+6 °С
Ясно

Помидор ҡаҡлай беләһегеҙме?

Һуты аҙ булған “итле” помидорҙар кәрәк буласаҡ. Уларҙы телемләп турап, табаға йәйеп сығығыҙ. Айырым һауытта ҡара борос, тоҙ һәм шәкәрҙе тигеҙ күләмдә алып, бергә бутағыҙ һәм помидор киҫәктәрҙе өҫтөнә мул ғына һибеп сығығыҙ. Помидорлы табаны 4-5 сәғәткә 125 градусҡа ҡәҙәр йылытылған мейескә ҡуябыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Помидор ҡаҡлай беләһегеҙме?Помидор ҡаҡлай беләһегеҙме?
Помидор ҡаҡлай беләһегеҙме?

Йәшелсәләр мейестә ваҡытта һарымһаҡты һәм үҙегеҙгә оҡшаған аштәмләткестәрҙе (мәҫәлән, базилик йә иһә укроп) ваҡ итеп турайбыҙ. Өҫтөнә яҡшы сифатлы зәйтүн майы ҡоябыҙ, бутайбыҙ.

Помидорҙарҙы мейестән алғас, ҙур булмаған банкаларға тултырабыҙ. Һәр ҡатлам помидор өҫтөнә тамләткесле зәйтүн майы һалабыҙ. Банкаларға һалып бөткәс, май помидорҙарҙы бер сантиметрға ҡаплап торорға тейеш. Иң һуңынын банкаларға бер ҡалаҡ бальзамлы уксус һалып ҡуйһағыҙ була.

Ҡаҡланған помидорҙарҙы һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.

Был тәмле йәшелсәне ҡаҡлағас та шунда уҡ ашап ҡарамаһағыҙ ҙа була, сөнки был осраҡта уларҙың ҡышҡылыҡҡа ҡалмау ихтималы юғары.

Фото: ферма48.рф

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас