

Он, йомортҡа һәм йылы һыуҙан ҡамыр баҫыла. Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйеп, бер аҙ киптереп алырға кәрәк. Артабан йәймә 3 сантиметр киңлектәге таҫмаларға бүленә һәм ромбиктарға киҫелә. Ҡырҡылған һалманы һурпала йәки һыуҙа ҡайнатып, һыуын һарҡытып аҡ май менән майларға кәрәк.
*Бишбармаҡ өсөн картуф 3-5 см ҡалынлыҡ түңәрәкләп ҡырҡыла һәм айырым бешерелә.
*Тәрилкәгә һалма, картуф, ит һалына. Өҫтөнә ҡайнап торған һурпа ҡойола,ваҡлап туралған йәшел һуған һибелә.
*4 кешелек бишбармаҡ бешереү өсөн:
▪600 гр. һарыҡ ите
▪2 баш картуф
▪3 баш һуған
▪1 стакан он
▪1 йомортҡа
▪2 аш калағы аҡ май
▪3 стакан һурпа
самалап тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр һалырға була.
Аштарығыҙ тәмлҽ булһын!