+17 °С
Облачно

Ҡабаҡтан ҡайнатма

Баҡсағыҙҙа ҡабаҡ уңып, ҡайҙа ҡуйып бөтөрөргә икән, тип баш ватаһығыҙҙыр? Ҡабаҡтан бит нимә генә яһамайҙар, хатта бик тәмле ҡайнатма ла ҡайнатырға була. Әйҙәгеҙ, бергәләп эшләп ҡарайыҡ әле.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡабаҡтан ҡайнатмаҠабаҡтан ҡайнатма
Ҡабаҡтан ҡайнатма

Шулай итеп, ҡайнатма өсөн бер килограмм ҡабаҡ, бер лимон, ике әфлисун һәм 800 грамм шәкәр кәрәк. Таҙартылған ҡабаҡты шаҡмаҡлап турайбыҙ. Лимондың төштәрен алып ташлайбыҙ ҙа, ҡабығы менән бергә ваҡлайбыҙ. Әфлисунды шулай уҡ төштәренән һәм ҡабығынан таҙартып турарға ла шәкәр һалып, төнгөлөккә шул килеш ҡалдырырға. Иртәгәһенә утҡа ҡуябыҙ һәм ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ. Яҡынса 30-40 минут. Әгәр теләгегеҙ булһа, блендер менән ваҡларға һәм тағы бер тапҡыр бешереп алырға мөмкин.

Фото: vosadu-li-vogorode.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас