

Кемгә һуған оҡшамай уны ҡулланмаҫҡа мөмкин. Һуған урынына өс кенә тырнаҡ һарымһаҡ ҡушырға була, ул да тәмле тәм бирә. Ҡамырҙы баҫҡандан һуң 15 минутҡа ситкә ҡуйып торорға. Шул ваҡытта бәрәңгене бешерергә.
Аҙаҡ ҡайнап торған һөттө бәрәңгегә ҡойоп иҙергә. Уны үҙе бешкән һыуҙа ла иҙергә мөмкин. Иҙмәгә бер аҙ борос та өҫтәп ебәрһәгеҙ була. Ҡамырҙы туҡмас кеүек итеп йәйеп, формаһы матур килеп сыҡһын өсөн бер иш итеп түңәрәкләп ҡырҡырға. Йәймәләрҙең ике яғын да ҡоро табала бешерергә. Ҡатып китмәһен өсөн шунда уҡ таҫтамал менән ҡаплап барырға кәрәк. Таҫтамал аҫтында улар боҫланып йомшаҡ ҡына килеш ята. Яҡынса 20-25 киҫәк йәймә килеп сыға. Шуға иҙелгән картуфты һалып, матур итеп бөкләп, майлап, табынға бирергә. Бик тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ ул ҡыҫтыбый. Майламай ғына туңдырырға ла мөмкин. Ҡапыл ҡунаҡ килеп төшһә, микротулҡынлы мейестә йылытып, майлап өҫтәлгә ҡуйһаң, яңы бешерелгән һымаҡ була.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Фото: pokayadoma.ru