+10 °С
Ясно

Ташҡабаҡтан бик тәмле ризыҡ

Ташҡабағығыҙ күп булғандыр, эйеме? Уны ҡайҙа ҡуйырға белмәһәгеҙ, ошо ябай ғына запеканканы бешереп ҡарағыҙ әле. Бик тәмле ризыҡ килеп сыға.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ташҡабаҡтан бик тәмле ризыҡТашҡабаҡтан бик тәмле ризыҡ
Ташҡабаҡтан бик тәмле ризыҡ

Уны бешереү өсөн кәрәк:

ташҡабаҡ – 400 грамм,

ҡаты сыр – 100 грамм,

йомортҡа – 2 дана,

ҡаймаҡ – 100 грамм,

он – 150 грамм,

сода – ярты балғалаҡ (аш һеркәһе менән һүндерергә),

тоҙ – ярты балғалаҡ,

тәмләткес үләндәр,

ҡара борос.

Әҙерләү:

Ҡаймаҡҡа сода һалып болғатырға һәм биш минутҡа ултыртып торорға. Артабан йомортҡа, тоҙ, борос, он һалып бутарға. Ташҡабаҡты ҡырғыстан үткәреп, һутын һығырға, ваҡ киҫәктәргә туралған йәки ҡырғыстан үткәрелгән сыр, тәмләткес үләндәр ҡушып, өҫтөнә шыйыҡ ҡамырҙы ҡойоп, барыһын бергә бутарға һәм майлы табаға һалып, 180 градусҡа тиклем ҡыҙған мейестә бер сәғәт самаһы бешерергә.

Автор:
Читайте нас