Үҫемлек майы – 2 аш ҡалағы
Ҡара борос – теләк буйынса
Ҡабаҡты таҙартып, ваҡ итеп турағыҙ. Һуғанды турап, табала ҡурығыҙ. Уға һарымһаҡты ваҡлап өҫтәгеҙ, бер аҙҙан ҡабаҡ ҡушып, бер нисә минут ҡурығыҙ. Йәшелсәләрҙе кәстрүлгә һалып, һыу һалығыҙ. 20 минут самаһы бешергәс, блендер менән пюре яһағыҙ, тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Теләк буйынса ҡуйы һөт ҡушырға мөмкин. Өҫтәлгә йәшел үләндәр, кипкән икмәк, ҡабаҡ орлоғо, ҡурылған ит киҫәктәре ҡушып бирергә мөмкин.
Фото: Яндекс.Дзен