+11 °С
Ясно

Иртәнге ашты ашамайса ҡалдырмағыҙ!

Ә һеҙ беләһегеҙме, иртәнге аш менән беҙ көнө буйы етерлек энергия запасы алабыҙ. Ошо мәлдә дүрттән бер күләмендәрәк ризыҡ ашау хәйерле. Файҙалы иртәнге аш ошондайыраҡ  аҙыҡтарҙан булырға тейеш: һөт ризыҡтары (аҡһым һәм кальций), бутҡа (оҙаҡ үҙләштерелеүсе углеводтар), еләк-емеш (витаминдар һәм күҙәнәкле ашамлыҡ).

Добавить в предпочтительные источники Google
Иртәнге ашты ашамайса ҡалдырмағыҙ!Иртәнге ашты ашамайса ҡалдырмағыҙ!
Иртәнге ашты ашамайса ҡалдырмағыҙ!

Йәшәү өсөн организмыбыҙға даими һәм файҙалы матдәләр кәрәк. Быларҙың барыһын да беҙ аҙыҡ-түлек аша алабыҙ. Ашҡаҙаны системаһында ризыҡ киҫәктәре уның һуты ярҙамында эшкәртелә. Һөҙөмтәлә, ашамлыҡ бик ваҡ киҫәктәргә – туҡлыҡлы матдәләргә тарҡала һәм ашҡаҙанынан ҡан тамырҙарына юллана. Ә ҡан уларҙы организмдың кәрәкле урындарына илтеп еткерә.

Аҙыҡ аша организм ошондайыраҡ матдәләрҙе ала:

углеводтар – улар беҙгә энергия бирә;

майҙар – энергия запасы бирә һәм организмдың эшсәнлегендә ҡатнаша;

аҡһымдар – төҙөлөш материалы;

витаминдар – сәләмәт булырға ярҙам итә;

һыу – унан башҡа бер организм да йәшәй алмай.

Фото: gp5-sochi.ru

Автор:
Читайте нас