+11 °С
Ясно

Сөгөлдөрҙән тәмле ризыҡтар

Тултырылған сөгөлдөр Уртаса ҙурлыҡтағы 1 кг сөгөлдөргә 500 г эремсек, 3 – 4 йомортҡа, 4 ҡалаҡ йөҙөм, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1/3 стакан манный ярмаһы, 40 г аҡ май, тәменсә тоҙ кәрәк. Бешкән сөгөлдөрҙө әрсергә лә, ипләп кенә уртаһын алып, «һауыт­тар» эшләргә. Эремсекте иләк аша үткәрергә. Уға йөҙөм, йомортҡа, шәкәр, манный ярмаһын ҡушып, яҡшылап болғатырға һәм сөгөлдөр эсенә тултырырға. Майлы табаға теҙеп, 15 – 20 минутҡа мейескә ҡуйырға. Табынға ҡаймаҡ менән бирергә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сөгөлдөрҙән тәмле ризыҡтарСөгөлдөрҙән тәмле ризыҡтар
Сөгөлдөрҙән тәмле ризыҡтар

Сөгөлдөрҙән чипсы

3 сөгөлдөр, 2 ҡалаҡ зәйтүн майы, тәменсә эре тоҙ, борос кәрәк.
Йыуып таҙартылған сөгөл­дөрҙө йоҡа ғына түңәрәктәргә турарға. Сөм һауытҡа һалып, өҫтөнә зәйтүн майы ҡойорға һәм майҙы сөгөлдөрҙөң һәр киҫәгенә тейерлек итеп  яҡ­шылап бутарға. Табаға махсус пергамент ҡағыҙы йәйергә лә, сөгөлдөр ки­ҫәктәрен берәмләп теҙеп һалып сығырға. 150 градус эҫелектәге мейестә 40 – 50 минут бешерергә. Бешкәндә икенсе яғына әйлән­дерергә лә була.
Мейестән алғас, тоҙ һәм борос һибергә. Шул килеш тә ашарға мөмкин.

Фото: za-edoy.ru

 

Автор:
Читайте нас