+12 °С
Облачно

Ҡамырығыҙ уңһын тиһәгеҙ

Ҡамырға һыуҙа ебетелгән картуф крахмалы ҡушҡанда, бәлеш-булкалар иртәгәһенә лә ҡабарынҡы, хуш еҫле һәм йомшаҡ буласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡамырығыҙ уңһын тиһәгеҙҠамырығыҙ уңһын тиһәгеҙ
Ҡамырығыҙ уңһын тиһәгеҙ

*Ҡамырға һыуҙа ебетелгән картуф крахмалы ҡушҡанда, бәлеш-булкалар иртәгәһенә лә ҡабарынҡы, хуш еҫле һәм йомшаҡ буласаҡ.

*Ҡамырға һөт урынына ярты стакандай минераль һыу өҫтәгеҙ. Ҡабарынҡы бәлештәр иртәгәһенә лә үҙ тәме менән ҡыуандырыр.

*Ҡамыр баҫҡан бүлмәлә үтәләй ел булмаһын, ел булғанда, тығыҙ ҡатлам барлыҡҡа килеп, бәлештең өҫтө ҡаты буласаҡ.

*Әсе ҡамыр баҫҡанда, онға ҡуша торған һөт йәки һыу 30-30 градус йылылыҡта булһын, унан эҫерәк йәки һыуығыраҡ булһа, сүпрә яҡшылап ҡабармаясаҡ.

*Ҡамырға шәкәрҙе күберәк һалғанда, бәлеш өҫтө тиҙ үк ҡыҙарасаҡ һәм көйәсәк.

*Бәлештең өҫтөн бешерер алдынан йомортҡа ағы менән буяғанда, матур һәм ялтыр төҫлө булып бешә.

*Ҡамырға ҡушыр алдынан йөҙөмдө онда болғап алырға кәрәк.

*Бәлеште эҫе килеш ҡырҡырға ярамай. Әммә ҡабаланып, ҡырҡырға тура килһә, бысаҡты тәүҙә эҫе һыуға тығып алығыҙ. Унан ҡоротҡансы һөртөп, шунан ҡырҡһағыҙ, бәлеш үҙ йөҙөн юғалтмаясаҡ.

Фото: Яндекс.Дзен.

Автор:
Читайте нас