+11 °С
Ясно

Сырлы макарондар

Был ризыҡ бик тиҙ әҙерләнә. Бары тик был ябай макарондарҙы үҙенсәлекле соус менән табынға биреп, бер аҙ тәмләтергә кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сырлы макарондарСырлы макарондар
Сырлы макарондар

Эште макарондарҙы бешереүҙән башлайбыҙ. 1,5 литр һыуға тоҙ һалып 300 грамм тирәһе макаронды (уртаса ҙурлыҡтағылар булһа яҡшы) әҙер булғансы бешерәбеҙ. Һыуын һарҡытып 20 грамм аҡ май һалып бутап ҡуябыҙ.
Табала 50 грамм майҙы айырым иретәбеҙ. Уттан алмайынса уға тәүҙә 60-70 грамм тирәһе он һалып бутайбыҙ, аҙаҡ 2 стакан һөт ҡоябыҙ. Ҡайнап сығыу менән был массаны уттан алып, уға 400 грамм тирәһе ҡаты сыр (ҡырғыс аша үткәреп), тоҙ, йәшел тәмләткестәр (укроп, петрушка), ҡара һәм ҡыҙыл борос, һарымһаҡ һәм паприка һалып, яҡшылап бутарға.
Был сырлы соусты бешкән макарон өҫтөнә ҡойоп, табынға ҡайнар килеш бирәләр. Аштарығыҙ тәмле булһын, ҡәҙерле төркөмдәштәр!

Фото: foto-onlain.ru

Автор:
Читайте нас