+17 °С
Облачно

Кәбеҫтәне ҡабаҡ һәм үләндәр менән тоҙлайбыҙ

Был ысул өсөн бөтнөк менән эстрагон кәрәк. Ҡабаҡ бер аҙ татлы тәм бирәсәк. Уның ныҡлы өлгөргән ҡыҙғылт-һарылары алына. 4 килограмм кәбеҫтә, 3 ҡалаҡ шәкәр, 130 грамм тоҙ, бөтнөк, эстрагон кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кәбеҫтәне ҡабаҡ һәм үләндәр менән тоҙлайбыҙКәбеҫтәне ҡабаҡ һәм үләндәр менән тоҙлайбыҙ
Кәбеҫтәне ҡабаҡ һәм үләндәр менән тоҙлайбыҙ
Таҙартылған ҡабаҡты эре өлөштәргә бүлеп турарға ла, өҫтөнә шәкәр һибеп, һуты сыҡһын өсөн ситкә ҡуйып торорға. Кәбеҫтәне турарға, тоҙ һибеп ыуырға. Йәшел үләндәрҙе ваҡ ҡына итеп турап, кәбеҫтә менән бутарға. Әҙерләнгән һауытҡа тәүҙә кәбеҫтә, һуңынан ҡабаҡ һалына. Һауыт таҙа сепрәк менән ҡаплана, өҫтөнә ауыр әйбер ҡуйыла.

Кәбеҫтә бүлмә температураһында әсергә тейеш. Ул 5 – 6 көндән әҙер була. Һыуытҡыста йәки баҙҙа һаҡларға.
 
Фото: transat.ru
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас