Икенсе ҡатына туралған ике баш һуған, өсөнсөһөнә – ҡырылған йәки туралған өс картуф, дүртенсеһенә – ваҡ итеп туралған ыҫланған бер тауыҡ бото, бишенсеһенә – ҡырылған дүрт йомортҡа, алтынсыһына – 150 грамм ҡырылған сыр, етенсеһенә төйөлгән грек сәтләүеге һалына.
Ҡоймаҡлы бәлеш
Ҡоймаҡтар бешереп алыу өсөн 400 мл кефир, 1 ҡалаҡ шәкəр, аҙ ғына тоҙ, 1 ҡалаҡ сода, 300 г он, 100 мл ҡайнар һыу, 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, 3 ҡалаҡ какао порошогы кәрәк.
Эслеккә майлылығы 5 процент булған 500 г эремсек, 2 аш ҡалағы шәкәр, 15 г ванилле шәкәр, бер ус йөҙөм, заливкаға майлылығы 25 процент булған кибет ҡаймағы, 3 йомортҡа, 2 аш ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ кукуруз крахмалы алына.
Был бәлеш өсөн тәүҙә ҡоймаҡ ҡойола. Ҡамырын үҙегеҙ теләгән рецепт буйынса эшләй алаһығыҙ. Ун бишләп ҡоймаҡ килеп сығырға тейеш.
Эремсеккә шәкәр, ванилле шәкәр һалып бутарға. Бүрттерелгән йөҙөм өҫтәргә. Һәр бер ҡоймаҡтың уртаһына эремсекле эслекте һалып, бөрөргә. Төбө майланған табаға ҡоймаҡ, уның өҫтөнә бөрөлгән эслекле ҡоймаҡтарҙы теҙеп сығырға.
Хәҙер өҫтөнә ҡойор өсөн ҡатлама әҙерләйбеҙ. Уның өсөн ҡаймаҡ менән шәкәрҙе, крахмал менән йомортҡаны миксер ярҙамында күпертергә. Эремсекле ҡоймаҡ өҫтөнә тигеҙ итеп ҡойоп, килеп сыҡҡан бәлеш өҫтөнә бер ҡоймаҡты ябырға һәм эҫетелгән духовкаға 20 – 25 минутҡа бешерергә ҡуйырға. Бәлеште мейестән алғас, һыуытып, табынға бирергә кәрәк.
Фото: https://ye102.ru/