

Эш тәртибе: бауыр, һөт, йомортҡа, тоҙ, борос, һуғанды блендерҙа болғатабыҙ. Он һалып, ҡоймаҡ ҡамыры һымаҡ шыйыҡланғансы туҡыйбыҙ. Майлы табаға һалып, ике яғын әйләндереп, йоҡа ғына ҡоймаҡтар бешереп алабыҙ.
Эслек әҙерләйбеҙ. Ҡырғыстан ҡырылған кишерҙе ваҡ итеп туралған һуған менән майлы табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Эремсекле сырға укроп, һарымһаҡ ыуып болғатабыҙ.
Ҡоймаҡтарға йоҡа ғына итеп эремсекле сырҙы. өҫтөнә кишерле һуғанды һылап, рулет итеп төрәбеҙ. Табынға киҫеп, биҙәп сығарабыҙ. Бик тә тәмле ризыҡ!
Фото: foto-na-telefon.ru