+30 °С
Болотло

Дөгө һәм ҡара емеш менән турама

Был турама Яңы йыл табынында ла бик урынлы булыр. Эшләү ҙә еңел генә. Турама өсөн 250 грамм тауыҡ ите (түше), 100 грамм дөгө, бер ҡыяр, өс йомортҡа, 100 грамм ҡара емеш һәм майонез кәрәк.

Дөгө һәм ҡара емеш менән турамаДөгө һәм ҡара емеш менән турама
Дөгө һәм ҡара емеш менән турама

ӘҘЕРЛӘҮ:

Тауыҡ итен һаламлап турайбыҙ. Бешкән йомортҡаларҙың ағын эре ҡырғыста ыуабыҙ, ә һарыһын сәнске менән ваҡлайбыҙ. Ҡыярҙы ваҡ шаҡмаҡтарға турайбыҙ. Дөгөнө бешерәбеҙ ҙә, иләккә һалып, аҡҡан һыу аҫтында саябыҙ. Унан саҡ ҡына иретелгән аҡ май менән йылытып алабыҙ. Ҡара емеште һаламлап турайбыҙ.

Бөтә иргредиенттарҙы саҡ ҡына тоҙлап һәм араһына майонез һөртөп, ҡатлап теҙәбеҙ. Өҫтөн матур итеп биҙәп тә ҡуябыҙ ҙа, тураманы бер аҙға һыуытҡыста ҡалдырып торабыҙ.

Турама әҙер! Табындарығыҙ - йәмле, ризыҡтарығыҙ тәмле булһын!

Фото: https://ejansura.ru/

Автор:
Читайте нас