+16 °С
Облачно

Эремсекле печенье

Бешереү өсөн кәрәк була: -220 грамм эремсек- 100 грамм аҡ май- 40 грамм шәкәр- 170-180 грамм он-1 балғалаҡ йомшартҡыс-2-3 аш ҡалағы джем йә ҡуйы ҡайнатма.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эремсекле печеньеЭремсекле печенье
Эремсекле печенье

Эремсекте йомшарған аҡ майға һәм шәкәргә ҡушырға, бер аҙ он һибергә, йомшартҡыс өҫтәргә. Болғатырға. Ҡалған ондо ҡушырға һәм йомшаҡ ҡамыр баҫырға. 3-4 миллиметр ҡалынлығында йәймә йәйеп, түңәрәкләп ҡырҡырға. Бер түңәрәккә джем йәки ҡайнатма һалғас, өҫтөнә - икенсеһен. Таяҡса менән ситтәренә тишектәр эшләргә.

180 градуслыҡ мейестә 15 минут бешерергә.

Сығанаҡ һәм фото: ataisal.com

Автор:
Читайте нас