+15 °С
Облачно

Байрам табынына милли ризыҡ

«Өйрәк һуйғас, байрамдарҙа ҡуллама (ҡулһалма тип тә йөрөтәбеҙ) бешерә торғайныҡ. Әсәйемдең тыуған яғы – Силәбе өлкәһе Арғаяш районында тап ошолай әҙерләйҙәр һалманы. Өйрәк итенең тоҙлоғо бик майлы, шулай ҙа, был ризыҡты ашағанда битең ялтырап ултырһа ла, һарымһаҡ ҡушҡас, ул ашауға ауыр түгел», – ти Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова. Әйҙәгеҙ әле, арғаяшса ҡуллама бешереп, яҡындарыбыҙҙы һыйлайыҡ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрам табынына милли ризыҡБайрам табынына милли ризыҡ
Байрам табынына милли ризыҡ

ҠУЛЛАМА

1 өйрәк ите, йомортҡа, он, һарымһаҡ, тоҙ, һыу кәрәк.
Өйрәкте бөтөн килеш 1 сәғәт 10 минут ҡайнатабыҙ. Һурпаның тоҙлоғон алып торабыҙ. Шунан өйрәкте алып мейескә ҡуябыҙ һәм ҡыҙарып әҙер булғансы бешерәбеҙ.
Йомортҡа менән генә ҡамыр баҫып, ғәҙәти һалманан саҡ ҡына ҡалыныраҡ итеп йәйәбеҙ. Шунан ус аяһындай ҙурлыҡта шаҡмаҡлап ҡырҡабыҙ ҙа һурпала йөҙҙөрөп кенә бешереп алабыҙ.
Ҡулһалманы тәрилкәгә ҡатлам-ҡатлам итеп һалабыҙ, араһына һарым­һаҡ иҙеп һалынған тоҙлоҡто ҡоя барабыҙ. Йылы килеш ит менән табынға бирәбеҙ.

Фото: Булат Маликов.

Сығанаҡ: https://bashkizi.ru/articles/t-mlek-s/2022-12-29/milli-rizy-b-r-k-te-3086729

Автор:
Читайте нас