+28 °С
Болотло

“Аждаһа” салаты

Яңы йыл яҡынлаша, дуҫтар! Белеүебеҙсә, 2024 йыл – Аждаһа йылы. Йыл символы табынығыҙҙы тағы ла йәмлерәк итәсәк. Был матур ҙа, тәмле лә булған салат өсөн 200 грамм тауыҡ ите, 150 грамм корейса кишер, 3-4 йомортҡа, 100 грамм сыр. 1-3 киви, биҙәү өсөн салат япрағы, йәшел ҡыяр һәм майонез кәрәк буласаҡ.

“Аждаһа” салаты“Аждаһа” салаты
“Аждаһа” салаты

Тоҙло һыуҙа бешкән тауыҡ итен һыуытып, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Итте тәлинкәгә һүрәттәге кеүек оҙонса итеп беренсе ҡатлам итеп һалабыҙ. Өҫтөнә майонез һылайбыҙ. Һуңынан ваҡ итеп туралған корейса кишерҙе һалып, өҫтөнә еңелсә генә селтәрләп майонез тамыҙабыҙ.

Киләһе ҡатламға эре ҡырғыс аша ҡырылған йомортҡа, шулай уҡ майонез һылана. Һуңғы  ҡатлам –  ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән сыр. Уның өҫтөнә йоҡа телемләп кенә киҫелгән киви теҙеп сығырға кәрәк.

Салат аждаһаға оҡшап торһон өсөн, ҡул менән тигеҙләп, оҙонса формаға килтерәбеҙ. Күҙҙәрен эшләү өсөн майонез буяп, уртаһына зәйтүн емеше ҡуйырға була. Эргә-тирәһен салат япраҡтары, йәшел ҡыяр менән биҙәп ебәрһәң, ул тағы ла матурланып китер.

Әҙер салатты бер-ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға кәрәк. Шулай эшләгәндә ул бигерәк тә тәмле буласаҡ.

Аштарығыҙ тәмле, байрамығыҙ күңелле үтһен!

 

Фото: russianfood.com

Автор:
Читайте нас