+30 °С
Болотло

"Яңы йыл биҙәге" салаты

Был тәмле салат өсөн 250-300 грамм тауыҡ ите, 5-6 картуф, 4 йомортҡа, 4 ҡыяр, 50 грамм вакланган әстерхан сәтләүеге, 50 грамм күрәгә йәки ҡара емеш, майонез кәрәк буласаҡ.Салатты биҙәү өсөн: бер һауыт консерваланған борсаҡ, ҡаты сыр, анар (гранат) кәрәк.

"Яңы йыл биҙәге" салаты"Яңы йыл биҙәге" салаты
"Яңы йыл биҙәге" салаты

Бешкән картуфты, йомортҡаны, ҡыярҙы эре ҡырғыс аша сығарабыҙ, шулай уҡ бешкән тауыҡ итен һәм ҡара емеште ваҡ киҫәктәргә турайбыҙ.
Дүрт мөйөш формаһындағы ҙур ғына тәлинкә алабыҙ, унда аҙыҡ-түлек пленкаһы йәйеп, ингредиенттар теҙә башлайбыҙ:
Ни өсөн дүрт мөйөшлө һауыт, тиһегеҙме? Салатты рулет итеп төрөргә мөмкинлек бирәсәк.
1 ҡатлам – картуфты тығыҙ итеп йәйәбеҙ.
2 ҡатлам – тауыҡ итен һалабыҙ.
3 ҡатлам – йомортҡа.
4 ҡатлам – ҡара емеш.
5 ҡатлам — ҡыяр.
Һәр ҡатлам араһына майонез яғабыҙ, сәтләүек һәм ҡара емештән башҡаларын саҡ ҡына тоҙлайбыҙ. Һуңынан салатты пленка ярҙамында рулет итеп төрәбеҙ ҙә бер-нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Салатты алғас, бөтә яҡлап майонез һылайбыҙ. Биҙәү өсөн ингредиенттарҙы диагональ һыҙаттар буйынса урынлаштырға кәрәк. Тәүҙә борсаҡ, ә уның ситтәренә анар бөртөктәре теҙәбеҙ, улар араһына ваҡ ҡырғыс аша сығарған сырҙы һалып сығабыҙ.
Матур ҙа, тәмле лә булған был салат Яңы йыл табынын йәмләйәсәк.

Фото: souspark.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас