+30 °С
Болотло

ЭРЕМСЕКЛЕ "ҠОЛАҠТАР"

Тәмле генә түгел, файҙалы ла был печеньены балалар айырыуса яратып ашай. Беҙгә кәрәк буласаҡ:  200 грамм маргарин йә май; 250 грамм эремсек; 1 стакан он; бысаҡ осонда ғына тоҙ һәм он йомшартҡыс; Ванилин һалырға мөмкин; ҡамырҙы манырға 1 стакан шәкәр.

ЭРЕМСЕКЛЕ "ҠОЛАҠТАР"ЭРЕМСЕКЛЕ "ҠОЛАҠТАР"
ЭРЕМСЕКЛЕ "ҠОЛАҠТАР"

Маргаринды яҡшылап иҙергә, эремсек, он, тоҙ, он йомшарҡыс һәм ванилин өҫтәргә. Ҡамырҙы йоҡа ғына йәйеп, стакан менән түңәрәктәр ҡырҡып сығырға. Түңәрәктең бер яғын шәкәргә манырға һәм, шәкәрле яғын эскә ҡалдырып, яртыға бөкләргә. Уныһын да шәкәргә манып, дүрткә бөкләргә һәм өҫкө яғын йән шәкәргә манырға. Шәкәрҙең күләме теләгегеҙгә ҡарап алына. 15-20 минут эсендә печеньелар әҙер ҙә була. 

Автор:
Читайте нас