+30 °С
Болотло

СӘЙГӘ - ТӘМЛЕКӘС

Ауыҙҙа иреп кенә торған был бәлеште әҙерләгәнд, рецептын һәм бешереү технологияһын теүәл үтәргә кәрәк. Эслеген генә төрләндерергә мөмкин (төшө алынған сейә, баҡса еләге, көртмәле, ҡарағат, сәтләүек, лимон йә әфлисундың ҡырылған ҡабығы һәм башҡалар.

СӘЙГӘ - ТӘМЛЕКӘССӘЙГӘ - ТӘМЛЕКӘС
СӘЙГӘ - ТӘМЛЕКӘС
Ингредиенттар
100 грамм аҡ май йәки маргарин
200 грамм шәкәр
200 грамм һатыу ҡаймағы
Ике йомортҡа
260 грамм он
1,5 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель)
балғалаҡ осонда тоҙ
250 грамм туңдырылған йәки яңы өҙөлгән еләк-емеш.
 
Әҙерләү
Иретелгән аҡ майға шәкәр,ҡаймаҡ, йомортҡа ҡушып, яҡшылап туҡырға. Иләнгән он, йомшартҡыс, тоҙ өҫтәп, яңынан бутарға.
Һауытты майлап ҡамырҙың яртыһын һалырға, шунан, уның өҫтөнә ниндәй ҙә булһа еләк-емеш һалып, ҡалған ҡамырҙы тигеҙләп ҡойорға. 180 градусҡаса эҫетелгән мейестә 30-40 минут бешерергә. Сәй табынына тәмле ризыҡ әҙер!

Фото: koolinar.ru
Автор:
Читайте нас