+30 °С
Болотло

Ҡышҡы усаҡта – хашлама!

Усаҡ өҫтөндә бешкән был ризыҡ бигерәк тәмле була. Үҙе ябай ғына әҙерләнә. Барлыҡ йәшелсәләрҙе ҙур ғына киҫәктәргә турарға. Һыра менән әҙерләнгән хашлама башҡаларҙан үҙенсәлекле тәме һәм еҫе менән айырылып тора. Уға һыра ҡомалаҡ һәм икмәк еҫе бирә.

Ҡышҡы усаҡта – хашлама!Ҡышҡы усаҡта – хашлама!
Ҡышҡы усаҡта – хашлама!

Был аш өсөн 2,5 килограмм һыйыр ите, 1 литр һыра, 2 килограмм картуф, 2 кишер, 1 килограмм татлы борос, 1 килограмм помидор, 1 килограмм баклажан, 1 килограмм һуған, 3 әсе борос, тәменсә базилик, тоҙ һәм ҡара борос кәрәк буласаҡ.

Һуғанды дүрткелләп, помидорҙы эре киҫәктәргә киҫергә. Ҡаҙан төбөнә ҡалын итеп һуған ҡатламы һалығыҙ. Уның өҫтөнә ит ҡатламы – беренсе ҡатламға майлы ит һалына.

Тағы ла һуған, өҫтөнә тоҙ һибегеҙ, тәменсә ҡара борос һәм йәшел базилик һибегеҙ.

Киләһе ҡатлам кишер һәм әсе борос буласаҡ. Татлы борос һалып, тоҙ һибегеҙ. Баклажан, ә уның өҫтөнә помидор менән һарымһаҡ һалығыҙ. Киләһе ҡатламға – картуф, һуңынан ит киҫәктәре һалына. Ит өҫтөнә ҡара борос һибегеҙ, һуғанды, помидорҙы һәм баклажанды һалып бөтөрөгөҙ, Тоҙ, борос һәм базилик өҫтәргә онотмағыҙ.

Ҡаҙандағы барлыҡ ингредиенттар өҫтөнә бер литр һыра һалығыҙ. Ҡапҡасын яҡшылап ябығыҙ һәм әкрен утта өс сәғәт томалап бешерегеҙ. Был ваҡыт эсендә ул тәмләнеп бешеп етә.

Табынға биргәндә, ҡаҙанда һурпаһы күп булһа, уны һәр кемгә айырым һалып бирергә мөмкин. Был бик тәмле ризыҡты дуҫтар, туғандар йыйылғанда һеҙ ҙә әҙерләп ҡарағыҙ!

Фото: shashliknn.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас