+30 °С
Болотло

Клярлы балыҡ

Беҙгә кәрәк: *500 гр минтай филеһыКляр:*2 йомортҡа*2 аш ҡалағы майонез йә ҡаймаҡ*4 аш ҡалағы он*сама менән тоҙ, борос*балыҡты ҡыҙҙырыр өсөн көнбағыш майы

Клярлы балыҡКлярлы балыҡ
Клярлы балыҡ

Балыҡты йыуып ҡоротабыҙ. Киҫәктәргә бүлеп, сама менән тоҙ һалабыҙ.
Кляр әҙерләйбеҙ. Йомортҡаға тоҙ, борос һалып, бер аҙ туғып алабыҙ. Ҡаймаҡ өҫтәп, яҡшылап болғатабыҙ. Онон да ҡушҡас, ҡуйы ғына кляр килеп сыға.
Табаны май менән ҡыҙҙырырға ҡуябыҙ. Балыҡ киҫәктәрен клярға манып, бешеп еткәнсе талғын утта ҡыҙҙырабыҙ.
Клярлы балыҡты йәш бәрәңге менән ашаһаң, бигерәк тәмле була.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Фото: ohotamyasa.ru

Автор:
Читайте нас