+30 °С
Болотло

Табын йәме – бауырһаҡ

Күптәр, айырыуса йәштәр, бешереүе оҙаҡ, тип, сәк-сәк, бауырһаҡ кеүек тәмлекәстәрҙе әҙерләмәҫкә тырыша. Башта ғына шулай тойола ул. Бер өйрәнеп алһаң, гел бешерге генә килеп тора. Ваҡыт кәрәк, әлбиттә. Түҙемлек тә талап ителә. Сабыр ғына, ҡабаланмай ғына тотонһаң, һис шикһеҙ, бауырһағығыҙ ҙа, сәк-сәгегеҙ ҙә уңып бешер.

Табын йәме – бауырһаҡТабын йәме – бауырһаҡ
Табын йәме – бауырһаҡ

Шулай итеп, 6 йомортҡа, ауылдыҡы булһа тағы ла яҡшыраҡ, бысаҡ осонда ғына сода һәм тоҙ, 1 балғалаҡ үҫемлек майын бергә ҡушып, күпергәнсе болғатырға, миксер булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Килеп сыҡҡан массаға иләнгән ондо яйлап ҡына һалып, ҡамыр баҫырға. Ондоң юғары сортлыһын алырға тырышығыҙ һәм уны мотлаҡ иләгеҙ, ул ондо таҙартып ҡына ҡалмай, кислород менән дә байыта. Баҫып бөткәс, уны ябып, ярты сәғәткә "ял итергә" һалабыҙ.
Бауырһаҡ эреле-ваҡлы булмаһын өсөн уны тигеҙ генә итеп ҡырҡып, ике ус менән бауға оҡшатып һуҙып сығығыҙ ҙа, бер тигеҙ генә итеп киҫегеҙ. Бер-береһенә тейеп йәбешеп ятмаһын, таҡтаға йәбешмәһен өсөн аҙыраҡ он һибергә. Ҡоро таҫтамалға теҙергә лә мөмкин.
Бешергәндә һаҡ һәм иғтибарлы булырға кәрәк. Һауыт һай булырға тейеш түгел, ҡайһы бер үҫемлек майы, ҡамырҙы төшөргәс, ҡапыл күпереп таша.
Ярылып бешмәһен өсөн ҡамырҙы ҡайнар майға төшөрмәгеҙ. Ҡайнап сыҡҡас, уттан алып тороғоҙ, бер аҙ һыуынғас  ҡына бауырһаҡты һалырға һәм утҡа ҡуйып, өҙлөкһөҙ генә болғатып торорға. Ҡабарып, өҫкә ҡалҡып сыҡҡас, бер төрлө төҫкә ингәнен көтөп, һөҙөп алырға.  Яҡынса 7-8 минутта матур ғына ҡыҙара.
Сиропты түбәндәгесә әҙерләйбеҙ: 4-5 ҡалаҡ бал, ярты сынаяҡ һыу һәм 1,5-2 стакан шәкәрҙе ҡушып, һүрән утта 8-10 минут ҡайнатабыҙ. Бал һымаҡ һуҙылып ҡына торһа, ул әҙер тигән һүҙ.
Ҡулды аҙ ғына һыулап, бауырһаҡҡа сиропты һалып, матур тәрилкәләргә өйөп ҡуябыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Фото: vk.com

Ләйсән Сәлихова рецебы буйынса.

Автор:
Читайте нас