-4 °С
Облачно

Ыуыҙ ҡоймағы

Ыуыҙҙан ҡоймағы бешереү - халҡыбыҙҙың матур йолаһы.Ыуыҙ тәүге өс көндә генә була. Ул төрлө витаминдарға бай. Ыуыҙ һөттән ныҡ айырыла. Ул ҡуйы, майлы, һарғылт төҫтә һәм әскелтем тәм әйтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ыуыҙ ҡоймағыЫуыҙ ҡоймағы
Ыуыҙ ҡоймағы

Ҡоймаҡ өсөн бер литр ыуыҙ һөтөнә ярты балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, кәрәкле ҡуйылыҡҡа еткәнсе он алына. Бер аҙ һөт йәки ҡайнаған һыу, бер аш ҡалағындай көнбағыш майы ҡушырға мөмкин. Юғиһә, ул ҡаты буласаҡ. Бөтәһен бергә һалып туҡыйбыҙ ҙа, ғәҙәттәгесә, ҡоймаҡ кеүек итеп ҡоябыҙ.

Телде йоторлоҡ ҡоймаҡ әҙер! Ашығыҙ тәмле булһын!

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас