+30 °С
Болотло

Ҡауын һәм банандан джем

Был татлы ризыҡты икмәккә һылап, эремсек ҡабартмалары, ялҡау эремсек билмәне, әсе ҡоймаҡ, ҡоймаҡтарға ҡушып ашау тәмле. 

Ҡауын һәм банандан джемҠауын һәм банандан джем
Ҡауын һәм банандан джем

Уны әҙерләү өсөн 1,5 кг ҡауынды әрсеп, ваҡ ҡына шаҡмаҡтарға телергә, өҫтөнә 800 грамм шәкәр һибергә һәм төнгөлөккә ҡалдырырға. 1 лимондың ҡабығын әрсеп, һутын һығырға. Әрселгән ҡабыҡты һәм һутты ҡауынға ҡушып, талғын утта 25 минут ҡайнатырға. Шул арала иҙгес ярҙамында ҡауынды иҙеп сығырға була. 400 грамм бананды, тағы 1 лимонды ҡабығы менән ваҡ шаҡмаҡтарға бүлеп, ҡауын ҡайнаған кәстрүлгә һалырға. Талғын утта 30 минут тотҡас, утты уртаса күрһәткестән юғарыраҡ асып, тағы 20 минут ҡайнатырға. Килеп сыҡҡан ҡайнатманы блендер ярҙамында иҙергә, тағы берҙе ҡайнар хәлгә еткерергә һәм алдан әҙерләнгән стерилле банкаларға ҡойоп сығырға.

Фото: ideireceptov.ru


"Киске Өфө" гәзите.

Автор:
Читайте нас