+30 °С
Болотло

Соус яһап ҡарағыҙ әле!

Күптәр йомшаҡ укроп һабаҡтарын ашай, ә һабағын өҙөп ташлай. Уныһы ҡаты, ләкин тәмлерәк, шуға күрә соус өсөн бик ҡулай. Уны бары тик укроптан, йә иһә бары тик һабаҡү-сатырҙарынан (зонтик) ғына ла әҙерләргә мөмкин, иң мөһиме йәшел булһындар. Соус иткә лә, балыҡҡа ла, пастаға ла, йәшелсә салатына ла бара, икмәккә яғып ашарға ла була!

Соус яһап ҡарағыҙ әле!Соус яһап ҡарағыҙ әле!
Соус яһап ҡарағыҙ әле!

Ингредиенттар: укроп һабаҡтары һәм сатыры – 1 стакан (туралған хәлдә), һарымһаҡ – 7-10 теш, лимон һуты – 0,5 стакан, ярты лимон, үҫемлек майы – 50 мл., тоҙ – тәме буйынса.

Әҙерләү: укроп, һарымһаҡ, лимонды турап һалып, блендер ярҙамында бутҡа хәленә килгәнсе ваҡларға. Һуңынан үҫемлек майы, лимон һуты, тоҙ өҫтәп тәмләтергә. Әҙер соусты таҙа һәм ҡоро банкаларға һалып, ҡаплап,  һыуытҡысҡа ҡуйырға. Бер нисә айға ҡәҙәр һаҡларға мөмҡин.

Фото:  dvoyni.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас