+30 °С
Болотло

Ташҡабаҡтан – фриттата!

Итальянса бик тәмле йәшелсәле омлет әҙерләйек әле. Бер ҡыйынлығы ла юҡ!

Ташҡабаҡтан – фриттата!Ташҡабаҡтан – фриттата!
Ташҡабаҡтан – фриттата!

Кәрәк буласаҡ: ташҡабаҡ – 1, татлы борос – 1, һуған – 1, йәшел аш тәмләткестәр, йомортҡа – 4, һөт – ½ стакан, үҫемлек майы – 2 аш ҡашығы, тоҙ, борос – тәменсә.

Ташҡабаҡ менән татлы боросто таҙартып, һалам һымаҡ турағыҙ. Шулай уҡ йәшел тәмләткестәр һәм һуғанды ла. Һуғанды үҫемлек майында ҡыҙҙырығыҙ, зәйтүн майы булһа, бигерәк тә яҡшы.

Һуған йомшарғас, ташҡабаҡты һалып, ике-өс минут ҡыҙҙырығыҙ. Тоҙ, борос һибегеҙ.

Һөт менән йомортҡаларҙы яҡшылап күпертегеҙ һәм татлы борос менән аш тәмләткестәрҙе ҡушып, бутағыҙ. Был массаны табаға, ташҡабаҡ өҫтөнә ҡойоғоҙ. Омлетты плитә өҫтөндә талҡын утта йә иһә мейестә 15-20 минут бешерергә кәрәк.

Италияла был ризыҡты тәүҙә плитә өҫтөндә бер аҙ ҡыҙҙырып, һуңынан мейестә бешерәләр. Был ҡояшлы илдә фриттатаны ит, сыр һәм төрлө йәшелсәләр менән дә әҙерләйҙәр.

Тәмле булһын!

Фото: fairysoft.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас