+30 °С
Болотло
Тәмле ризыҡ – йәнгә шифа
9 Сентябрь 2024, 06:40

Тәмле “оя”лар

1 кг үткәрелгән иткә 1 һуған, 2 йомортҡа, 4-5 киҫәк икмәк, 1 стакан һөт йәки һыу, тәменсә тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк.

Тәмле “оя”ларТәмле “оя”лар
Тәмле “оя”лар
Үткәрелгән иткә һөттә йәки һыуҙа ебетелгән икмәк, ваҡ итеп туралған һуған ҡушабыҙ. Тоҙ менән борос өҫтәп, 2 йомортҡа һытабыҙ ҙа бутайбыҙ. Итте 8 өлөшкә бүләбеҙ. Табаны майлайбыҙ. Үткәрелгән иттең һәр өлөшөн йомарлап табаға урынлаштырабыҙ. Урталарында соҡор яһайбыҙ ҙа һәр береһенә эслек һалып сығабыҙ.
 
Эслек өсөн 300 грамм тирәһе бәшмәк, 2 баш һуған, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 400 грамм тирәһе сыр кәрәк. Бәшмәк менән һуғанды турап, көнбағыш майы, ҡаймаҡ өҫтәп, табала 15 минут тирәһе ҡыҙҙырып алабыҙ.
Иттең эсенә эслекте һалып, духовкаға 20-25 минутҡа оҙатабыҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!
 
Фото: moradim.ru
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас