Һауытҡа өс йомортҡаға шәкәр, бер семтем тоҙ һалып, миксерҙа ике минут тирәһе туғыйбыҙ ҙа он, йомшартҡыс өҫтәп ҡамыр яһайбыҙ. Шунан мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, форманы майлап, ҡамырҙы ҡоябыҙ. 20-25 минут тирәһе бешерәбеҙ. Әҙер бәлешкә шәкәр пудраһы һибеп, өҫтәлгә ҡуйырға мөмкин.