+30 °С
Болотло

Бананлы торт

Ҡамырға 3 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 стакан он кәрәк. Крем өсөн 1 банка ҡуйыртылған һөт, 1 ҡалаҡ аҡ май, 3-4 банан алабыҙ. Йомортҡаны һытып, шәкәр ҡушабыҙ ҙа блендер ярҙамында күпергәнсе болғатабыҙ. Артабан он ҡушып яҡшылап бутайбыҙ. 180 – 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 30-40 минут бешерәбеҙ. Әҙер бисквитты һыуытабыҙ.

Бананлы тортБананлы торт
Бананлы торт

Ҡуйыртылған һөткә аҡ май ҡушып болғатабыҙ. Бананды нәҙек кенә итеп турайбыҙ. Бисквитты 3 өлөшкә бүләбеҙ. Һәр ҡатына ҡуйыртылған һөт һылайбыҙ, банан киҫәктәре һалып сығабыҙ. Ситтәренә лә крем яғабыҙ. Тортты төрлөсә биҙәргә мөмкин. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Фото: YouTube

Автор:
Читайте нас