+30 °С
Болотло

Ҡаҙаҡса бишбармаҡ

Һарыҡ итен, ҡаҙыны һәр береһен айырым бешерергә. Ит бешкән һурпаға тәм өсөн бер баш һуған төшөрөргә. Аҙаҡ ул һуғанды алып, шул уҡ һурпала бер нисә бәрәңгене бешереп алырға (кем теләй, һыуҙа бешерегеҙ). Аҙаҡ бәрәңгене, итте алып, һурпаһын һөҙөргә, тоҙлоғон айырып алып, ярымтүңәрәкләп киҫелгән һуғанды бешерергә. Ҡалған һурпаға ҡаҙаҡса һалманы төшөрөп, тиҙ арала бешереп алырға.

Ҡаҙаҡса бишбармаҡҠаҙаҡса бишбармаҡ
Ҡаҙаҡса бишбармаҡ

Йәйенке һауытҡа бәрәңгене, өҫтөнә һалманы йәйеп һалырға, уның өҫтөн ит киҫәктәре, ҡаҙы һәм дә тоҙлоҡта бешкән һуған менән биҙәргә. Өҫтәлгә ҡуйғанда, айырым кәсәләргә һурпаһын да ҡойоп бирергә онотмағыҙ.

Һәр табындың күрке булырҙай туҡлыҡлы ла, татлы ла бишбармаҡ рецебы шулайыраҡ. Рецебын үҙегеҙгә лә һаҡларға онотмағыҙ!

Фото: evakuatop.ru

Автор:
Читайте нас