+28 °С
Облачно

Ни өсөн шундай ҡиммәт?

Социаль селтәрҙәрҙә вируслы популярлыҡ һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән Дубай шоколадының ихтыяжы юғары булыуы, шулай уҡ тәҡдимдең сиклелеге (бигерәк тә башланған мәлдә) хаҡтар үҫешенә ярҙам итте. Әлбиттә, һатып алыусыларҙы был ризыҡтың эксклюзив булыуы ҡыҙыҡһындыра: ҡыҙҙырылған катаифи ҡамыры, тәбиғи сәтләүектәр, фисташка һәм тахиниҙың кунжут пасталары һалынған ғәҙәти булмаған шығырлаусы эслекле ҡара һәм аҡ плиталар. Эслек составында тоҙ һәм тәмләткестәр ҙә бар.  

Ни өсөн шундай ҡиммәт?Ни өсөн шундай ҡиммәт?
Ни өсөн шундай ҡиммәт?

Катаифи - Дубай шоколады эслегенең төп үҙенсәлеге. Ондан һәм крахмалдан нәҙек ептәр формаһындағы эшләнгән көнсығыш тәм-томо. Ҡамырҙың икенсе исеме - фәрештәнең сәстәре.

Дубай шоколадын кем уйлап сығарған? Ғарәп әмиратында йәшәүсе  ғаилә кондитеры – Fix  Сара. Декрет ялында ултырған ҡатын буш ваҡытын һөт шоколады өсөн яңы ҡыҙыҡлы эсәктәр әҙерләүгә арнай. Төп фекере - плитка эсенә тағы бер десерт ҡатламын төрөү була. Тахини, фисташка пасталары менән катаифи ҡатнашмаһы уларҙың береһе була.

Тәүҙә продукция ҙур ихтыяж менән файҙаланмай, 2023 йылдың аҙағында тамашасылар үҙҙәренең каналдарында ошо шоколадҡа күҙәтеү яһай башлай һәм уның ҡабатланмаҫ тәмен маҡтай. Апетитлы видеодегустациялар һәм эслекте шығырлатып микрофон алдында ашау меңәрләгән клиентты йәлеп итә.  

Ҡулдан етештереү: плиткаларҙың күпселеге ҡулдан эшләнә, был шаҡтай ваҡыт һәм хеҙмәт сығымдарын талап итә.

Импорт: үҙенсәлекле Дубай шоколады күп илдәргә импортлана, был иһә уның хаҡын транспорт сығымдары һәм таможня пошлинаһы иҫәбенә арттыра.

  Фото: 7ooo.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас