Бүлмә температураһындағы 200 грамм аҡ майға 150 грамм шәкәр һалып, миксер менән туҡырға. Туҡыуҙы туҡтатмай ғына 4 ҡалаҡ бал, аҙаҡ 2 йомортҡа, имбирь өҫтәргә.
Был массаға 2,5 стакан он, 0,5 балғалаҡ ҡамыр күперкес, самалап тоҙ һалып, ҡамыр баҫырға. Уны 2 сәғәт тирәһе һыуытҡыста ултыртып торорға.
Табаға махсус ҡағыҙ йәйеп, майларға. Ҡамырҙан бәләкәй йәймәләр әүәләп, теҙеп һалырға. Өҫтөнә шәкәр ҡомо йәки онтағы һибергә мөмкин. Тәмлекәстәрҙе 180 градыс ҡыҙыулыҡтағы мейестә 15-20 минут бешерергә.
Фото: YouTube