*Кәрәк:
300 грамм пекин кәбеҫтәһе
1 дана оҙон ҡыяр
бер услам ҡыяҡлы һуған
3 дана йомортҡа
2 аш ҡалағы майонез
тоҙ, ҡара борос.
Ярты пекин кәбеҫтәһен, ҡыяҡлы һуғанды ваҡлап турарға.
Ҡыярҙы, бешкән йомортҡаны шаҡмаҡлап турарға.
Һәммәһен сеүәтәгә ауҙарып, тоҙ, борос, майонез йә ҡаймаҡ һалып болғатырға.
*Кәрәк:
500 грамм пекин кәбеҫтәһе
1 кишер
70 грамм йөҙөм
70 грамм арахис
1 бәйләм укроп
тоҙ, ҡара борос
2 аш ҡалағы алма һеркәһе йә лимон һуты
1-2 аш ҡалағы үҫемлек майы.
Йөҙөмдө ҡайнар һыуҙа 10 минут ебетеп, йыуып әҙерләргә.
Ҡыҙҙырылҡан арахисты бысаҡ йөҙө менән баҫып ваҡларға.
Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрергә.
Пекин кәбеҫтәһен, укропты ваҡлап турарға.
Сеүәтәгә бөтә туралғанды һалып, өҫтөнә тоҙ, борос, үҫемлек майы, алма һеркәһе йәки лимон һуты ҡойоп, яҡшылап бутарға. Салат әҙер.
Фото: karamellka.ru