+30 °С
Болотло

Тауыҡтан һәм сырҙан ҡоймаҡ

Бының өсөн бер килограмм тауыҡ ите, 200 грамм ҡаты сыр, 150 грамм он, 150 грамм ҡаймаҡ йәки кефир, бер өймәләм сәй ҡалағы тоҙ, дүрт йомортҡа, бер бәйләм әнис, үҫемлек майы кәрәк буласаҡ.

Тауыҡтан һәм сырҙан ҡоймаҡТауыҡтан һәм сырҙан ҡоймаҡ
Тауыҡтан һәм сырҙан ҡоймаҡ
Тауыҡ итен ваҡ итеп турайбыҙ. Ҡырылған сыр өҫтәйбеҙ. Тоҙ, йомортҡа, ҡаймаҡ, ваҡлап туралған әнис, он ҡушып һәйбәтләп болғатабыҙ. 15-20 минутҡа ситкә ҡуйып торабыҙ.
Артабан табаны йылытып, көнбағыш майы менән майлап, уртаса утта һәр бер яғын берәр минут самаһы әйләндереп бешереп алабыҙ.
Тауыҡ итен тиҙ бешеп сыҡһын өсөн ваҡ ҡына итеп турарға кәрәк. Ҡоймаҡтарҙы оҙаҡ тоторға кәрәкмәй. Төҫө үҙгәрҙе икән, әйләндерергә кәрәк.
Ашығыҙ тәмле булһын!
 
Фото: Web.archive.org
Автор:
Читайте нас