Башлайбыҙ, таҙа һауытҡа 1 аш ҡалағы ҡоро сөпрә, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 3 аш ҡалағы он, шуға стакан ярым йылы һыу һалып бутайбыҙ ҙа йылы урынға 6-7 минутҡа ултыртып торабыҙ. Ҡабарғас, шуға, әҙ генә тоҙ, ярты стакан үҫемлек майы, 2,5-3 ҡуш ус он һалып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ һәм ҡабарғансы ҡаплап йылы урынға ҡуябыҙ, ярты сәғәт тирәһе.
Ана шул ҡамырҙан нимә генә бешерһәң дә (өсбосмаҡ, бәлеш, күмәс, асығауыҙ..) шул хәтлем тәмле була, бешереп ҡарағыҙ әле, үкенмәҫһегеҙ.
Бер бешерһәң, бешерге генә килә лә тора.
Фото: fi.pinterest.com