Сырҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Йомортҡа һарыһын ғына айырып алып һөт менән туғыйбыҙ. Уға сыр һәм һөт өҫтәп бутайбыҙ. Йомортҡаның ағын тоҙ менән туғыйбыҙ. Уны ҡамырға ағыҙабыҙ. Туралған укропты өҫтәйбеҙ. Масса ҡаймаҡ кеүек шыйыҡ була. Майланған табала бешерәбеҙ. Бик тәмле килеп сыға.