Бисквитты бешеп етеү менән киҫмәҫкә, һыуынғанын көтөргә. Шунан ике бармаҡ башы ҡәҙәр шаҡмаҡтарға бүлгеләп, лимонлы-ҡаймаҡлы кремда ҡойондорорға. Өҫтөнә глазурь яғырға. Уныһы былай эшләнә: 4 аш ҡашығы ҡаймаҡ, 3 аш ҡашығы какао, 4 аш ҡашығы аҡ майҙы, 4 аш ҡашығы шәкәр ҡомон талғын утта иретергә, әммә ҡайнатып сығармаҫҡа. Шуны тау һымаҡ өйөлгән торттың өҫтөнә ағыҙырға.
Был торт бигерәк тә икенсе көндө телде йоторлоҡ була.
Хужабикәләр, иренмәгеҙ, пешереп ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ!
Фото: http://kiziltan.ru