+30 °С
Болотло

Батшаларса ватрушка

Кәрәк була: 400 грамм он, 150 грамм маргарин йәки аҡ май, 150 грамм шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа, 350-400 грамм эремсек, 1/3 бал ҡалағы йомшартҡыс, 10 грамм ванилин.

Батшаларса ватрушкаБатшаларса ватрушка
Батшаларса ватрушка

Әҙерләү:
Өй температураһында йылынған маргарин йә аҡ майҙы он менән ыуырға. Шәкәр ҡомоноң 50 грамын һәм йомшартҡысты ла өҫтәргә. Ҡамыр балсыҡ хәленәсә ыуылған булырға тейеш.
Эслек өсөн: эремсек, ванилин, 100 грамм шәкәр ҡомон, йомортҡаны бергә ҡушырға. Ҡалаҡ менән генә болғатабыҙ, сөнки блендер менән эшләгәндә ватрушға тығыҙыраҡ сыға. Эремсек ҡорораҡ булһа, әҙерәк кефир өҫтәһәгеҙ була, 100 грамм самаһы.
Ҡамырҙың ер өлөшөн табаның аҫҡы өлөшөнә йәйергә, ҡамыр өҫтөнә – эслекте. Пирогты теүәлләп өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы йәйергә ла, 25-30 минутҡа 200 градуслы мейескә оҙатабыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Фото: balthazar.club

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас