Хушафты сәхәр ваҡытында эсһәң бик яҡшы, сөнки ул организмды көн буйына зарядлай һәм тәбиғи энергетик булып тора.
Ингредиенттары: финик 30 дана, һөт 1 литр, семтем тоҙ.
Әҙерләйбеҙ: емештәрҙе таҙа итеп йыуып, һөйәктәрен алып ташлайбыҙ. Теләһәгеҙ, уларҙы бысаҡ менән ваҡларға ла мөмкин. Өҫтөнә һөт менән, тоҙҙо һибеп, кәстрүлде утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, талғын утта, һөттөң төҫө үҙгәргәнсе 6-7 минут бешерәбеҙ. Әҙер эсемлекте бүлмә температураһында һыуытырға ла блендерҙа әйләндерергә. Әҙер хушафты һыуытҡысҡа ҡуйһаң ла була йәки йылы килеш эсергә мөмкин.
Хушафты оҙағыраҡ ултыртҡанда, ул туңдырма тәмен ала. Һыуытҡыста эсемлек ни тиклем оҙағыраҡ була, шул тиклем финиктың тәме лә тулыраҡ була.
Шуныһы ҡыҙыҡ, Мөхәммәт пәйғәмбәр йөрәк ауырыуҙарына ҡаршы дарыу булараҡ финик ашарға кәңәш итә. Ә хәҙерге ғалимдар раҫлауынса, кешенең туҡлыҡлы матдәләргә көндөҙгө ихтыяжын тәьмин итеү өсөн бер финик һәм бер стакан һөт етә.
Фото: https://mgazeta.com/