+28 °С
Болотло

Ит фаршын нисек тәмләтергә?

Туралған ит ризығын тәмләтеү өсөн йәшел-тәмләткестәр ҡулланыуҙан ҡурҡмағыҙ. Шулай ҙа һәр хужабикәнең үҙ сере лә барҙыр.

Ит фаршын нисек тәмләтергә?Ит фаршын нисек тәмләтергә?
Ит фаршын нисек тәмләтергә?

Һәр хужабикәнең кәтлит, фрикаделька, тефтелдәр бешереүҙә үҙ сере була. Кемдер ит фаршына сей картуф, һөт йәки икмәк валсығы йәиһә йомшағын ҡуша. Һуғанды ла йәлләмәй мул итеп турап һалып ебәрә. Фаршты тәмләтә торған бер нисә кулинар кәңәштәребеҙгә лә ҡолаҡ һалығыҙ әле:

Һәр төрлө ит фаршына ваҡланған сельдерей тамыры ҡушып болғатырға мөмкин.

Майлы ит фаршына алма ҡушығыҙ.

Балыҡ фаршына шәкәр ҡомо, ә ҡоро итле балыҡ фаршына һыу ҡушып болғатылған лимон һуты өҫтәргә кәрәк.

Тауыҡ фаршына петрушка, паприка ҡушырға мөмкин.

Кәтлит эшләй торған фаршҡа бысаҡ менән ваҡ ҡына итеп һуған турап ҡушһағыҙ, кәтлиттәрегеҙ ҡабарып бешер, йомшаҡ та булыр.

Билмән әҙерләй торған фаршҡа саҡ ҡына һыу йәки һөт өҫтәп ебәрһәгеҙ, итегеҙ йомшаҡҡа килер.

Фрикаделька әҙерләгән фаршҡа кипкән икмәк валсығын һалыу ҙа ҡамасауламаҫ.

Ҡуян ите фаршының үҙенсәлекле еҫен бөтөрөү өсөн тауыҡ фаршы ҡушыу кәңәш ителә.

 Шулай ҙа һәр хужабикә үҙе белгәнсә, фарш эшләй. Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: lisa.ru

Автор:
Читайте нас