Шулай уҡ еләк үҫентеләрен яҙғы коктейль менән һыйларға кәрәк булыр. Коктейль былай әҙерләнә: 2 борсаҡ “Здоровый сад”, 2 борсаҡ “Экоберин”, 2 тамсы “Циркон”, 6 тамсы “Фитоверм”, 4 тамсы “Унифлор-рост” препараттарын 1 литр һыуға һалып бутайбыҙ. Борсаҡтарҙы тәүҙә 100 грамм һыуҙа иретергә кәңәш ителә. Һыйҙы һипкәс, еләк өҫтәрен ике ҡатлы лутрасил менән ҡапларға кәңәш ителә. Пленка менән дә ҡапларға мөмкин, тик уны үҫентеләргә тейеп тормаҫлыҡ итеп, дуғалар өҫтөнә йәйегеҙ. Шул уҡ ваҡытта уҙған йыл ғына ултыртҡан еләктәрҙе ентекләп ҡарағыҙ, араларында тупраҡ өҫкә ҡыҫып сығарған үҫентеләр булһа, уларҙы тупраҡҡа батырып ҡуйығыҙ.
Фото: supersadovnik.ru