+30 °С
Болотло

Итле рулет әҙерләйек

Ҡамырына кәрәк була:Һыу — 200 мл., үҫемлек майы — 2 аш ҡашығы, он — 200 грамм, тоҙ семтем.Эслегенә: фарш — 500 грамм, һуған — 2 шт, кишер — 1 дана, һарымһаҡ — 3 тырнаҡ, тоҙ, приправалар - тәменсәЗаправкаһы: ҡуйы булмаған ҡаймаҡ — 150 грамм, 1 шәлкем укроп, йомортҡа — 2 дана, сыр — 100 грамм.

Итле рулет әҙерләйекИтле рулет әҙерләйек
Итле рулет әҙерләйек

Ҡамыр: Ҡайнар һыуға май һәм он һалып, башта ҡалаҡ менән болғап, унан ҡул менән баҫабыҙ.

Эслегенә: Һуғанды ярым ҡулсалап ҡырҡабыҙ, кишерҙе ҡырғыстан ҡырабыҙ һәм табала ҡыҙҙырабыҙ, фарш, һарымһаҡ өҫтәйбеҙ. Тоҙ, тәмләткестәр һалып, табаның ҡапҡасын ябып, быҡтырып алабыҙ.

Ҡамырҙы 5 киҫәккә бүлеп, йоҡа итеп йәйеп, фарш һалып рулет яһайбыҙ.

Өҫтөнә ҡойорға заправка: Ҡаймаҡты ваҡланған укроп һәм йомортҡа менән бутап, сыр өҫтәп , рулеттарға ҡоябыҙ.
Рулеттарҙы 200 градуслы духовкала йөҙө килгәнсе бешереп алабыҙ. Кетерләп кенә тора, ныҡ тәмле килеп сыға.

https://vk.com/topic-23747558_39815817

Автор:
Читайте нас