+30 °С
Болотло

Тәмле тефтелдәр

Балалар баҡсаһында яратып ашаған шикелле йомшаҡ, тәмле, һурпалы ғына тефтель бешергегеҙ киләме?Бына һеҙгә рецепт!Ингредиенттар:-500г. фарш-0,3-0,5 стакан дөгө (рис) ярмаһын алдан ҡайнатып сығарырға-1 баш һуған-йомортҡа-1 сәй ҡалағы тоҙ

Тәмле тефтелдәрТәмле тефтелдәр
Тәмле тефтелдәр

Подлив өсөн:

-1 аш ҡалағы ҡаймаҡ
-1 аш ҡалағы он
-1 сәй ҡалағы томат пастаһы
-лавр япрағы
-1,5 стакан һыу

Әҙерләү:
Итте ит турағыс аша үткәргәндә үк һуғанды ҡушып ебәрергә кәрәк. Фаршҡа рис, тоҙ һалабыҙ. Һуғанды айырым турап, ҡыҙҙырып ҡушырға ла мөмкин. Әҙер массаны ҡул менән бутап, ҙур булмаған тефтелдәр яһарға ла онға әүәләп алырға. Табаға көнбағыш ҡойоп ҡайнанып, тефтелдәрҙе тығыҙ итмәй генә теҙеп һалып бер яғын 3-5 минут ҡыҙҙырып алырға. Шундуҡ табаның ҡапҡасын ябырға ярамай, юғиһә тефтелдәр боҙола. Ипләп кенә икенсе яғына әйләндереп тағы шуның сама ҡыҙҙырырға кәрәк.
Артабан тефтелдәр өҫтөнә 1 стакан тирәһе ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Тоҙ, томат пастаһы, лавр япрағы һалабыҙ. Томат пастаһын алдан һыу менән бутап ҡушырға кәрәк. Ҡапҡасты ябып 10-15 минут уртаса утта бешереп алабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото:https://vk.com/ataysalgazeta

Автор:
Читайте нас