+28 °С
Болотло

Өҫтәлдәрегеҙ йәмле, сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!!!

Иртәнге сәйегеҙгә тәмле генә ҡоймаҡ!!! Рецебы менән бүлешке килә, әллә ни ҡыйын да түгел. Ныуууу, тәмле!

Өҫтәлдәрегеҙ йәмле, сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!!!Өҫтәлдәрегеҙ йәмле, сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!!!
Өҫтәлдәрегеҙ йәмле, сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!!!

1 литр йылымыс һөткә (һыу ҡушһаң да була) 1 ҡалаҡ тултырмай ҡоро сүпрә, 3 йомортҡа, 16 ҡалаҡ манный ярмаһы,1 балғалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ көнбағыш майы, самалап он ҡушып туғырға, аҙаҡ йылы урынға ултыртып тораһың. Ҡамыр матур ғына булып ҡабарып сыҡҡас, тәмле итеп бешерергә генә ҡала.

Минең егеттәрем ошо рецепт менән бешергән ҡоймаҡты ғәләмәт ярата, йомшаҡ ҡына, тиҙәр. Тик кисә хәбәр һатып тороп ондо мулыраҡ һалып ташлағайным, ҡамырым ҡуйы булды. Аптырап торманым, бәләкәй генә итеп бешерҙем дә ҡуйҙым ҡоймаҡтарҙы, улдарыма хатта нығыраҡ оҡшаны.Теләйһегеҙ икән, ҙур итеп бешерегеҙ. Үҙем йышыраҡ былай ҙур итеп бешерәм.

Нисә ыштук(!) килеп сығасағын әйтә алмайым, сөнки бешергән береһе шунда уҡ юҡ була.

#ГөлназИшемғолова

Автор:
Читайте нас