

Ҡуҙғалаҡтан ҡайнатма
Кәрәк: 170 грамм ҡуҙғалаҡ, 150 грамм шәкәр, 2 аш ҡалағы шәкәр.
Әҙерләү: ҡуҙғалаҡты йыуып киптергәс тураҡлағыҙ. Һыуға шәкәр ҡушып ҡайнатып алғас, шул сиропҡа ҡуҙғалаҡты ҡушығыҙ ҙа ҡуйырғансы ҡайнатығыҙ.
Ҡуҙғалаҡтан турама
Кәрәк: 1 ҡыяр, 100 грамм редис, 30 грамм ҡуҙғалаҡ, 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ, семтем тоҙ.
Әҙерләү: ҡыяр менән редисканы дүңгәләкләп ҡырҡығыҙ, ҡуҙғалаҡты тураҡлағыҙ. Тоҙ һибеп, ҡаймаҡ менән бутағыҙ.
Ҡуҙғалаҡтан компот
Кәрәк: 200 грамм ҡуҙғалаҡ, 150 грамм шәкәр, 1 литр һыу.
Әҙерләү: ҡуҙғалаҡты йыуып таҙалап кәстрүлгә һалығыҙ. Шәкәр һибеп, һыу ҡойоп болғатығыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, тағы 3 минут утта тотоғоҙ.
https://ataisal.com/articles/khuzhabik-g/2024-05-06/u-ala-tan-ash-yu-3756120