+30 °С
Болотло

Ҡайын еләгенән бәлеш

Тиҙҙән ялан-ҡырҙарҙа еләк бешер мәл етә. Иң тәмлеһе - ҡайын еләге, уны хатта бәлешкә әрәм итке лә килмәй әле ул. Шулай ҙа бер тапҡыр һыйланып алырға була.

Ҡайын еләгенән бәлешҠайын еләгенән бәлеш
Ҡайын еләгенән бәлеш

Бәлештең ҡамыры өсөн 200 грамм он, 100 грамм май йәки маргарин, 30-50 миллилитр һыу кәрәк. Тәүҙә он менән майҙы һауытҡа һалып бергә әүәләйбеҙ. Шунан һыуҙы һалып баҫабыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. 

Өҫтөнә ҡойор өсөн  300 миллилитр магазин ҡаймағы, 100 грамм шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы он, 1 ҡап ванилле шәкәрҙе бергә бутайбыҙ. Шунан ҡамырыбыҙҙы һыуытҡыстан алып, формабыҙ ҙурлығында йәйәбеҙ. Табаға һалғас, өҫтөнә  тәүҙә 500 грамм еләкте, шунан әҙерләгән массаны ҡоябыҙ.  200 градуста ярты сәғәттә бешә.

Фото: dzen.

https://yanshishma.com/articles/ash-yu-ser-re/2024-07-13/ayyn-el-gen-n-b-lesh-3847487

Автор:
Читайте нас