+28 °С
Болотло

Тәмле мохито яһарға өйрәтәбеҙ

Йәйге эҫелә һыуһынды ҡандырыр өсөн бына тигән эсемлек.

Тәмле мохито яһарға өйрәтәбеҙТәмле мохито яһарға өйрәтәбеҙ
Тәмле мохито яһарға өйрәтәбеҙ

Кәрәк буласаҡ: 1,5 литр минераль һыу, 3-4 тармаҡ бөтнөк, 1 лимон, 100 грамм шәкәр ҡомо, боҙ кәрәк.

Мохито яһарға тотонғансы махсус формаларға һыу һалып туңдырғысҡа ҡуйырға, сөнки боҙ кәрәк буласаҡ. Лимонды 5-6 киҫәккә турарға һәм ҡалған ингредиенттарҙы бергә һалып ҡайнатып сығарырға. Эсемлектең өҫтөн ҡаплап ҡуйырға һәм һыуынғанын көтөргә кәрәк. Һуңынан мохито эсемлеген һөҙөргә һәм бокалдың яртыһынан артыҡ итеп һалырға. Ә ҡалғанына боҫ өҫтәргә мөмкин.

Автор:
Читайте нас