+28 °С
Болотло

Универсаль ҡамыр рецебы

Ҡамыр баҫа торған hауытҡа 1 стакан hалҡын hыу ҡояһың да 1 сәй ҡалағы ҡоро сүпрә (сухие дрожжи) hалып болғайһың.Икенсе hауытта 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо hалып 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп бутайһың да әсеткеле hыуға ҡойоп он ҡушып ҡамыр башы (опара) эшләп ҡуйырға, тиҙ генә ҡабарып сыға. Ҡабарып сыҡҡан шыйыҡ ҡамырға 1 сәй ҡалағы тоҙ, 50-100 гр. тирәhе көнбағыш майы ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫаһың, самалап он һалып.

Универсаль ҡамыр рецебыУниверсаль ҡамыр рецебы
Универсаль ҡамыр рецебы

Ҡамырҙың икенсе тапҡыр ҡабарып торғанын да көтөп тороу кәрәкмәй, бәлеште эшләп бешерергә лә ҡуяhың.
Төрлө бәлештәргә бара, әсе һәм татлы бәлештәр өсөн дә, пирожкиләр, пицца, майикмәк, булочка бешереүгә ла бара, пирожки, майлы икмак бешергәндә шыйыҡ майҙы әҙерәк ҡушаһың, 3-4 аш ҡалағы тирәләй , а бәлеш бешергандә күберәк 100-150 грамм ҡушырға була, ҡамыры тәмле була бигерәк.

Фото: https://ya.ru/images/

Автор:
Читайте нас