+28 °С
Облачно

Быйыл ҡарағат шәп, тиҙәр...

БСТ каналы журналисы Гөлсимә Иштанованың рецебы буйынса эшләнгән желе нисек килеп сыға икән? "Өс төрлөһөн эшләп ҡараным, ошоноһо яҡшыраҡ килеп сыҡты, һеркелдәк һымаҡ былҡылдап тора, банка ситтәренә лә йәбешмәй.

Быйыл ҡарағат шәп, тиҙәр...Быйыл ҡарағат шәп, тиҙәр...
Быйыл ҡарағат шәп, тиҙәр...

Ике стакан һыу, алты стакан шәкәр, дүрт стакан ҡарағат алдым. Стаканды 700 грамлыҡ банка менән дә алыштырып була, ҡарағаттың күләменә ҡарап. Һыуға өс стакан шәкәрҙе һалып, ағарып сыҡҡансы ҡайнатаһың да ҡарағатты һалаһың. Ете минут ҡайнатырға, күбеген алырға. Уттың самаһын үҙегеҙ ҡарағыҙ, мин уртасала тоттом. Шунан ҡалған өс стакан шәкәрҙе һалырға ла биш минут ҡайнатырға. Ошо самаға ике 700 һәм бер 500 грамлыҡ банка китте. Уларҙы стерилләнем дә ҡайнар ҡайнатманы һалып, бороп ултырттым.

Кискеһен түҙмәй, теге 500 грамлыҡ банканы асҡайныҡ, йылтыр ғына, һеркелдәк кенә, тәмле генә желе килеп сыҡҡан", - тип бүлешә Гөлсимә Иштанова.

Фото: novochag.ru

Автор:
Читайте нас